17 мая 2024
Диспансеризация-сәләмәтлегеңде тикшереү өсөн тиҙ һәм уңайлы ысул
Диспансеризация-сәләмәтлегеңде тикшереү өсөн тиҙ һәм уңайлы ысул . Ул патологияларҙы иртә стадияла асыҡларға һәм мөмкин тиклем иртәрәк дауалауҙы башларға ярҙам итә.
Диспансеризацияны 18 йәштән алып өс йылға бер тапҡыр үткәрергә кәңәш ителә. 40 йәштән һуң - йыл һайын. Ул булмаған осорҙа профилактик медицина тикшереүе үткәрелә.
⠀
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса бушлай комплекслы тикшеренеүҙе беҙҙең поликлиникала үтергә мөмкин.
Һәм һеҙгә хатта ял көнөн дә сарыф итергә тура килмәй: эш биреүсе диспансеризация үтеүгә буш көн бирә